Ҡырмыҫҡалыла-ҡышҡы һабантуй. Байрам райондың Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үтеүенә бәйле ойошторолдо. Сараға Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан республиканың 11 районы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар саңғы һәм хоккей эстафеталарында, арҡан тартыуҙа, гир күтәреүҙә һәм уҡтан атыуҙа ярышты. Командалар шулай уҡ «Таҡмаҡ-батл» конкурсында тапҡырлыҡта һәм зирәклектә үҙ оҫталыҡтарын һынаны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы ҡеүәтләп урында автоуҙыш та үтте. Байрам әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләп, дуҫлыҡ факелын тоҡандырғандан һуң усаҡ тирәләй ҙур хоровод менән тамамланды.



