Фәнүзә Нәҙершинаның исеме Рәсәй гуманитар фәндәр йыльяҙмаһы тарихында төплө урын алып тора. Быуаттар төпкөләнән килгән йыр-моңдарҙы, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереүсе ғалимә фәнни эҙләнеүҙәре менән ҡобайырҙар, эпик әҫәрҙәрҙән алып бишек йырҙарына тиклем башҡорт халыҡ ижадының меңәрләгән өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе күренекле шәхес, филология фәндәре докторы Фанүзә Нәҙершина менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Туҡһанды артылған билдәле ғалимә ғүмеренең алты тиҫтә йылдан ашыуын юғалып барған ауыҙ-тел ижады гәүһәрҙәре-халыҡ йырҙарын өйрәнеүгә һәм ташҡа баҫтырыуға бағышлай. Фәнүзә Айытбай ҡыҙын башҡорт фольклоры буйынса төп белгес тип тә әйтергә була. Уның тәүге фольклор экспедицияһы үҙған быуаттың 60-сы йылдарында башлана. Йәш ғалимә үтеп барған дәүер йырҙарын юғалыуҙан ҡотҡарыу маҡсатында төпкөл ауылдарға юллана.
Фольклорсы тырышлығы менән ҡырҡтан ашыу китап сығарылған. «Урал батыр» эпосын фундаменталь анализлау- Фәнүзә Айытбай ҡыҙының төп ҡаҙаныштарының береһе. Ул халыҡ риүәйәттәрен, йырҙарын, мәҡәлдәрен һәм йолаларын системаға һалып анализлай, киләсәк быыундар өсөн уникаль ауыҙ-тел ижады өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға ирешә. Фәнни хеҙмәттәрендә фольклор текстарының тәрән мәғәнәләрен аса, тарихи тамырҙарҙы барлай, ауыҙ-тел ижадының этномәҙәни процестар менән бәйләнешен күрһәтә. Фанүзә Нәҙершинаның фәнни эштәре тәүге сығанаҡтарға хөрмәт менән һуғарылыу йәһәтенән дә үҙенсәлекле.
Фәнүзә Нәҙершинаның фольклористикаға индергән өлөшө академик эшмәкәрлек менән генә сикләнмәй..«Халыҡ хәтере», «Рухи хазиналар»,«Башҡорт халыҡ көйҙәре һәм уйын көйҙәре»,«Салауат Юлаев» энциклопедияһы,«Халҡым йырҙары» һәм башҡа том-том китаптары... Уның тырышлығы менән меңәрләгән һирәк фольклор текстары һаҡлана,башҡорт ауыҙ-тел ижадының ғилми коллекциялары булдырыла, төрки фольклоры өлкәһендә артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн методологик нигеҙ һалына.
90 йыллыҡ ғүмер биографияһы Фәнүзә Нәҙершинаның хеҙмәт йылъяҙмаһы ла. Ғалимәнең юбилейы тотош милли мәҙәниәтебеҙ өсөн оло ваҡиға, фән өлкәһендә халҡына тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө. Халыҡ хәтерен һаҡлаусы Фәнүзә Айытбай ҡыҙының хеҙмәттәре замандаштарына быуаттар аша яңғыраған тере тауышты ишеттерә, ата-бабаларҙың донъяға ҡарашын аңларға һәм мәҙәни күсәгилешлекте тойорға ярҙам итә.
Гүзәл Борханова



