Уға ярашлы, Мәскәүҙә уҡыған студент- аспиранттарға посылка ебәрергә була. Ылау туплау тотош республика буйынса ойошторола. Маршрут ҡалалар һәм район үҙәктәре аша үтә. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, уҙған йыл илебеҙ баш ҡалаһына 3 тонна ауырлығында 100-ҙән ашыу посылка алып барылған. Студенттарға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, йорт кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым ебәрергә була, посылканың дөйөм ауырлығы 32 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Проект Республика Башлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.




