Башҡортостан 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса күсемһеҙ милек менән килешеүҙәрҙе һанлаштырыу күләме менән илдең топ-5 төбәге исемлегенә ингән. Һүҙ объекттарҙы дәүләт кадастр иҫәбенә алыу һәм хоҡуҡ теркәүгә электрон ғаризалар иҫәбе тураһында бара. Йыл дауамында республика буйынса Росрееестр идаралығына 485 меңдән ашыу электрон ғариза ҡабул ителгән. Был 2024 йылға ҡарағанда, 21 меңгә күберәк. Дөйөм алғанда, электрон ғаризалар барлыҡ документтарҙың 69 процентын тәшкил иткән. Идаралыҡ белгестәре фекеренсә, электрон ғаризалар теркәү ваҡытын 1-2 көнгә ҡыҫҡартыу менән бер рәттән, документтарҙа хаталарға юл ҡуймауға ла ыңғай йоғонто яһай. Республиканың был рейтингтағы юғары күрһәткестәре электрон сервистарҙы үҫтереү буйынса системалы эш һөҙөмтәһе, тип белдерәләр идаралыҡта.



