Баймаҡ ҡалаһында «Ҙур татыу башҡорт ғаиләһе» фестивале үтте

Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Ҙур татыу башҡорт ғаиләһе» фестивале үтте. Байрам Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.

«Айыуҡай» балалар баҡсаһында йылды асыу уңайынан үткән ғаилә байрамы-тәрбиәселәрҙе, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы берләштерҙе. Фестивалдә Булатовтар, Тайбугиндар, Мостафиндар һәм Кәлимуллиндар ғаиләләре ҡатнашты. Конкурс программаһында улар үҙҙәренең зирәклеген күрһәтте.

Командалар бер-береһен сәләмләүҙә үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы. Өйгә эш, визитка, һорауҙарға яуаптар табыу кеүек ярыштар ҙа булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтте.

Конкурста дуҫлыҡ еңде. Байрамда ихлас ҡатнашыусы бөтә ғаиләләргә лә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Сара яҡшыкәйеф, ыңғай тәьҫораттар, дәрт-дарман бирҙе, илһамлы ял бүләк итте.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ