Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә арналған спорт ярышы республиканың бик күп райондарынан боронғо спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштерҙе.
Ҡара ҡаплан-боронғо төрки һуғыш сәнғәте. Унда спортсылар рух ныҡлығы, көс, таҫыллыҡ, түҙемлек һәм сыҙамлыҡ сифаттарын күрһәтә. Үҙен һынап ҡарарға алтмыш йәштән уҙғандар ҙа бәләкәй балалар ҙа килгәйне. Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашыусылар ҙа бер нисә һынауҙы үтеп үҙҙәрен ысын һунарсы булараҡ күрһәтте.
«Ҡара ҡаплан» уйындары бер нисә йыл рәттән уҙғарыла. Уның йәйге, көҙгө, яҙғы төрҙәре лә бар. Ойоштороусылар миҙгеленә хас һынауҙар ойоштороп еңеүселәрҙе билдәләй. Ҡышҡы уйындарҙа быйыл башҡорт биатлоны ла өҫтәлгән.



