Октябрь район суды енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса 2022-2023 йылдарҙа ҡатын сит ил шифаханаларына юллама һатҡан. Әммә үҙ яғынан йөкләмәләрҙе үтәмәгән. 78 кеше 14 миллион һумлыҡ зыян күргән. Ҡатын ғәйебен таныған, ул биш йылға хөкөм ителгән.




