Уларҙы ғәмәлгә ашырыу хаҡы 300 миллион һумдан арта. 30 эш урыны асыу планлаштырыла. Стәрлетамаҡта сауҙа рәттәре төҙөлә. Бының өсөн 185 миллион һум тотонола. Ауырғазы районы Талбазы ауылында күп функциялы комплекс булдырыла. Бөрйән районында йыл әйләнәһенә эшләүсе ял базаһын асыу буйынса проект ғәмәлгә ашырыла. Иглин районында халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәген булдырыу ҡарала. 2025 йылда Башҡортостанда 36 миллиард һумға инвестиция проекттары өҫтөнлөклө статус алды. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн 2 мең 200 эш урыны асыу планлаштырыла.




