«Ағиҙел» предприятиеһында халыҡ кәсептәре заманса форматта яңынан тергеҙелә

Эстетик зауыҡ һәм юғары оҫталыҡ. «Ағиҙел» дәүләт унитар башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында ҡул эштәренә маһир һөнәр эйәләре эшләй. Яңы тергеҙелгән сигеү,сәнғәтле биҙәү оҫтаханалары халыҡ ижады традицияларын һәм заманса дизайн алымдарын берләштерергә булышлыҡ иткән. Оҫталарҙың эш алымдарын БЮТ ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

«Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында балаҫ һуғыу станоктары торған цех иң боронғоһо. Был станоктарҙа етештерелгән һәр әйбер-ул тырыш хеҙмәт емеше. Иркен бүлмәлә эш өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Балаҫ һуғыуҙа икенсе генә йыл эшләүсе Гөлшат Миңлеғәлина яуаплы процеста быуаттар төпкөләнән килгән һөнәрселек традицияларына таяна. Аҫалы балаҫтар өсөн юғары сифатлы сеймал ҡуллана, һәр деталде иғтибар менән энә күҙәүенән үткәрә.

Күләмле ремонт һәм яңыртылған сигеү цехын тантаналы асҡандан һуң предприятие йылдам эшләй. Автоматлаштырылған сигеү машиналары ҡатмарлы орнаменттарҙы юғары теүәллек менән туҡымаға күсереү мөмкинлеген бирә, креатив алымдар ярҙамында хеҙмәт етештереүсәнлеге лә ярайһы артҡан.

Этник сигеүле заманса кейем, юғары класслы интерьер аксессуарҙары, фирма символикалары менән корпоратив сувенирҙар -«Ағиҙел» дәүләт унитар башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының яңы продукция линейкалары. Хеҙмәт процесын автоматлаштырыу заказдарҙы үтәүҙе бер ярым тапҡырға кәметкән.

Стенаға эленгән был был балаҫ ярты быуат ҙур станоктарҙа һуғылған.Балаҫта бер ниндәй ҙә йөйҙәр юҡ.Уның нигеҙендә ҡара төҫ.һәм матур биҙктәр. Тап ошо биҙәктәр рәссамдарҙы триптих ижад итеүгә илһамландырған.

Өс өлөштән торған картинаның башта эскиздары төшөрөлгән. Ижадсылар кәңәшләшкәндән һуң ғына улар буҫтауға күсерелгән. Беренсе өлөштә ҡыҙ баланың бала сағы, бирнәлек балаҫ әҙерләнә, икенсеһендә кейәүгә сығыу мәле, өсөнсөһөндә йәмәғәте менән бәхетле ҡартлыҡ көндәре һынландырылған. Был триптих быуындар күсәгилешлеге, милли йолалар күрһәтелеүе менән үҙенсәлекле.

Яңыртылған цехтарҙа сәнғәт колледждары студенттары өсөн стажировка программаһы, ә ҡала халҡына традицион сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған. Креатив индустрия өлкәһендә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь республикаларынан билдәле милли кейем дизайнерҙары менән коллаборациялар әүҙем тормошҡа ашырыла. «Ағиҙел»дә етештерелгән изделиелар «Ладья-2025» Бөтә Рәсәй халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһендә дипломға лайыҡ булыуҙан тыш, халыҡ-ара мода һәм туҡыу күргәҙмәләрендә лә уңыш ҡаҙанған. Ата-бабалар мираҫын инновациялар менән берләштереүселәр халыҡ-ара кимәлгә сыға, халыҡ традицияларын заманса һулыш бирә, ә заман модаһын милли нағыштар менән байыта.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ