Калининградтан Владивостокҡа тиклем: Дәүләкән эшҡыуары туҡмасты маркетплейстар аша һата

Калининградтан Владивостокҡа тиклем. Дәүләкәндән эшҡыуар Резеда Лотфрахманова үҙе етештергән туҡмасты тотош Рәсәй буйлап һата. Быға маркетплейстар ярҙам итә. Дүрт йыл элек бер бүлмәлә туҡмас йәйә башлаған йүнсел, дәүләт ярҙамы менән кәрәкле ҡоролмалар ала, цех аса, эш урындары булдыра. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ҡамыр 4-5 минут эсендә әҙер була. Ул бер аҙ ҡатыраҡ булырға тейеш, юғиһә, машинка ярҙамында йәйеү ауырға төшә, ти Резеда Фәнир ҡыҙы. Ҡамыр баҫҡанда ниндәй ингредиентты күпме һалырға-быларҙың барыһы йүнселгә тәжрибә менән килә. Дүрт йыл элек ҡыҫҡартыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалған Резеда ханым юғалып ҡалмай. Тәүҙә өйҙә туҡмас ҡырҡа. Унан һуң ихатала төҙөлә башланған гаражды цех итеп үҙгәртеп ала.

Эшҡыуар дәүләттән 250 мең һумлыҡ ярҙам ала. Был сумма ҡамыр баҫыу, уны йәйеү өсөн ҡоролмалар һатып алыуға тотонола. Ҙур булмаған хеҙмәткәрҙәр штаты булдырыла.

Үҙемә әҙерләгән кеүек эшләйем, ти Резеда ханым. Эшенең төп принциптары тураһында ул йәштәр менән дә бүлешә. Әле бында Бәләбәйҙән Гүзәлиә Хәйретдинова ла оҫталыҡ дәресе үтә. Ул да киләсәктә һалма ҡырҡыу цехын асырға планлаштыра.

Резеда Лотфрахманованың цехында аш, бишбармаҡ өсөн 6 төр һалма әҙерләнә. Етештергән продукцияның дөйөм күләме айына 100 килограммға тиклем етә.

Ихтыяж бар, башлыса Яңы йыл алды, Ураҙа мәлендә, йәйгеһен заказдар күбәйә, тип бүлешә эшҡыуар. Шуға күрә ул киләсәктә етештереү ҡеүәтен арттырырыу өсөн тағы бер цех асыу хыялы менән йәшәй.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ