Йорт алдарын ҡарҙан таҙартыу буйынса эште сифатлы башҡарыу маҡсатында ошондай ҡарар ҡабул ителде, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.Коммуналь хеҙмәттәрҙә юлдарҙы таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән 360 берәмек техника иҫәпләнә. Ҡөслө ҡар яуған осраҡта арендаға 100 берәмек техника алыу мөмкинлеге бар. Эшкә 350 кеше йәлеп ителә.




