Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостан ҡала мәктәптәре директорҙары менән осрашты

Унда хәүефһеҙлек темаһы ҡаралды. - Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын яҡшыртырға кәрәк. Беҙ балаларҙы яҡларға бурыслы. Уларҙың һаулығы, ғүмере төрлө хәүефтәргә алдан уҡ әҙер булыуға бәйле. Ике бурыс ҡуйылған. Беренсеһе - мәктәп биләмәләрен һаҡлау. Бының өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Икенсеһе - хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса техник сараларҙы яңыртыу эше дауам итәсәк. Мәктәптәр уҡыусы өсөн хәүефле булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, шул иҫәптән балаларҙы йәберләү күренештәренә юл ҡуймау буйынса ла баһаланасаҡ, тине Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостан ҡала мәктәптәре директорҙары менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ