Был уҡыу килешеүе, маҡсатлы уҡытыу, студенттар практикаһына ҡағыла. Ошо маҡсатта федераль һәм милли проекттар буйынса 75 миллион һум йүнәлтелә. Уҙған йылда 31 предприятиеға ярҙам күрһәтелде. 354 студент практикала булған, 277 белгес килешеү буйынса әҙерлек үткән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, мәктәптән алып колледжға һәм юғары уҡыу йортона тиклем эш алып барылырға тейеш. Башҡортостанда агросәнәғәт комлексына кадрҙар йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә.




