Мәктәп директорҙарының тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарына төбәктән өҫтәмә түләү билдәләнеүе ихтимал. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф министрлығына ошо туралағы мәсьәләне тикшерергә ҡушты. Бөгөн Башҡортостан башлығы ҡала мәктәптәре директорҙары менән осрашты. Кәңәшмәлә белем биреү учреждениеларын террорҙан һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, мәктәптәрҙең хәүефһеҙлек системаһын яҡшыртырға кәрәк. Бының өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Бынан тыш, республикала тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн мәғариф усаҡтарын баһалау башлана. Үҫмерҙәр, бигерәк тә социаль яҡтан хәүеф төркөмөнә ҡарағандар менән эште үҙгәртергә кәрәк, тине Башҡортостан башлығы.




