Радий Хәбиров Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Нәғимуллин һәм Росгвардияның ведомство булмаған һаҡ хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы филиалы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вадим Шакиров менән осрашты. Көн тәртибенә мәғариф учреждениеларында һаҡ хеҙмәтен көсәйтеү мәсьәләләре сығарылды. Республика башлығы белем усаҡтарында хәүефһеҙлек тәьмин итеү эшен көсәйтеү, хеҙмәткәрҙәрҙе аттестациялау һәм был өлкәлә финанслауҙы арттырыу мөһимлеген белдерҙе.




