Башҡортостанда Рус география йәмғиәтенең федераль проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда Рус география йәмғиәтенең федераль проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Был турала бөгөн ойошманың Өфөлә үткән ултырышында белдерелде. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Республика Рус геогафия йәмғиәте ойошторған «География диктанты» акцияһында майҙансыҡтар буйынса илдә беренсе урын биләй. 2025 йылда бөтәһе бер меңдән ашыу майҙансыҡ теркәлгән, ә ҡатнашыусылар һаны 50 меңдән артып киткән. Шулай уҡ йәмғиәттең белем усаҡтарында география фәнен уҡытыуға иғтибарҙы арттырыу, фәнни тикшеренеүҙәр, эске туризмды үҫтереү, шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса проекттары ла уңышлы алып барыла. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, республикала Башҡортостан географияһын уҡытыу буйынса методик ҡулланмалар ҙа әҙерләнә.

Федераль проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙан тыш, Башҡортостандың үҙенең төбәк программалары ла бар. Улар араһында география уҡытыусылары, иң яҡшы география кабинеты конкурстары, мәктәп уҡыусылары өсөн ошо предмет буйынса профилле сменаларҙы атап үтергә ммөкин. Шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү, эске туризм буйынса проекттар тормошҡа ашырыла. Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәкселеге әйтеүенсә, әле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Урал батыр» ға арналған яңы маршрут әҙерләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ