Башҡортостандың халыҡ табибына юғары награда Депутаттар Советы ултырышында тапшырылды. Вил Мәмил улы 1988 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһын етәкләй. Волга буйы федераль окуругының баш колопроктологы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эксперт советы һәм Рәсәй фәндәр академияһының “Колопроктология” комиссияһы ағзаһы. Вил Тимербулатов “Дуҫлыҡ”, “Салауат Юлаев”, “Григорий Аксаков”, “Башҡортостан республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендарына лайыҡ булған. Уның авторлығында 980 фәнни хеҙмәт, 50-гә яҡын монография донъя күргән.




