Ауырлы ҡатын һәм тағы өс бала дауаханаға оҙатылған. Авария Белорет-Учалы-Мейәс юлында теркәлгән. «Лада Гранта» менән «Дэу Матиз» автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ҡазаға тарыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн Учалыға санитар авиация белгестәре, Белорет үҙәк район дауаханаһының травматологы һәм хирургы ебәрелгән.
Бөгөн иртән урынға Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да килгән. Әлеге сәғәткә реанимацияла ятҡан ике малайҙың хәле тотороҡло ауыр тип баһалана. Уртаса ауырлыҡтағы тағы бер бала травматология бүлегенә һалынған. Уларҙың әсәһе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына килтерелгән. Табиптар ҡатындың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай. Учалы районы прокуратураһы тикшереүҙе контролгә алған.



