Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ярҙамында 23 меңдән ашыу енәйәт осрағы теркәлгән. Дөйөм зыян күләме 3 миллиард 700 миллион һумға тиклем еткән. Мутлашыу осраҡтары күп төрлө ысулдар менән башҡарылған. Инвестицияларҙа ҡатнашып аҡса эшләү һылтауы менән алданыусылар булған, шулай уҡ банк хәүефһеҙлеге хеҙмәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, пенсия фонды, именлек хеҙмәте исеменән граждандарға шылтыратып, уларҙы мутлашыу схемаларына йәлеп итеүселәр кәмемәй. Айырыуса «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының код-паролдәре, шәхси мәғлүмәт менән һаҡ булыу талап ителә, интернет киңлектәрендә билдәһеҙ файлдарҙы асып телефонға ҡуйыу ҙа финанс бәләгә килтереүе ихтимал.



