Шаран районының Ерекле ауылында урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә маскировка селтәрҙәре үреү буйынса акция үтте. Изге эшкә «Ольха» ирекмәндәр клубы активистары, шулай уҡ яугирҙарҙың әсәләре ҡушылды. Ирекмәндәр клубы 2024 йыдлдың көҙөнән бирле эшләп килә һәм хәрбиҙәр өсөн гуманитар ылау туплауҙа, һаҡланыу саралары әҙерләүҙә ҡатнаша. Махсус хәрби операция хәрбиҙәре ауылдаштарына даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.



