Рәсәй халҡы шәкәрҙе тейешле норманан 4 тапҡырға күберәк ҡуллана. Шәрбәтле ризыҡтар менән саманан тыш туҡланыу сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай. Тәү сиратта диабетсылар артыуына килтерә.
20 йыл элек был сир менән донъяла 240 миллион самаһы кеше яфаланһа, былтыр 400 миллионға яҡынайған. Әммә был рәсми теркәлгән пациенттар ғына. Сөнки табиптар уларҙың һаны кәмендә 2 тапҡырға күберәк тигән фекерҙә. Диабет менән ауырыусылар артыуы оло хәүеф тыуҙыра. Шунлыҡтан хәҙер поликлиникаларҙа шәкәр диабеты мәктәптәре бар, унда сирле кешеләр дәрестәргә йөрөй. Улар араһында Резеда Ғиззәтуллина ла бар.
8-се дауахана эргәһендәге 3-сө поликлиниканың диабет мәктәбендә дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Унда табиптар хәлде контролдә тоторға һәм дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләренә өйрәтә «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектында шәкәр диабеты менән көрәш айырыуса мөһим. Сөнки был ауырыуҙы юҡҡа ғына 21-се быуат эпидемияһы тип атамайҙар.



