Өфөлә йәшәүсе Новиковтар ғаиләһе берҙәмлек һәм илһам өлгөһө. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булған пар биш балаға ғүмер биргән.
Марина музыка колледжында башланғыс класс уҡытыусыһы, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Андрей геолог, «Роснефть»компанияһында етәксе вазифаларҙың береһендә эшләй. Ғаилә башлығына Рәсәй энергетика министрлығынан рәхмәт хаты ла тапшырылған. Ә 2025 йылдың декабрендә Новиковтар ғаиләһе юғары наградаға-Рәсәй Президенты Владимир Путиндан «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ була.
Новиковтар ғаиләһендә балалар спорт һәм бейеү менән дә шөғөлләнә. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа лауреат исемен, олимпиадаларҙа призлы урындар ҙа яулай. Өлкән улдары Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге музыка училищеһында виолончель класында белем ала, Степан фортепианола, Тихон скрипкала уйнай, иң бәләкәстәре Федор ҙа музыкаға, һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Ульяна балерина буласаҡ. Ғаиләләге биш бала ла башҡорт телен өйрәнә, аралашырға тырыша.



