Радий Хәбиров Учалы ҡалаһында асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Учалы ҡалаһында асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Сменаһына 200 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән ҡеүәтле учреждениела малай-ҡыҙҙарға беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн заманса шарттар тыуҙырылған. Учалыға эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән коррекция мәктәп- интернат эшмәкәрлеге һәм район үҙәк дауаханаһы ҡарамағында сафҡа индереләсәк хирургия корпусы төҙөлөшө менән танышты. Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Урал аръяғы дауаханалары баш табиптары менән осрашып көнүҙәк маҡсаттар буйынса аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында. 

Учалы ҡалаһында сафҡа ингән балалар поликлиникаһында тәүге пациенттар табипҡа күренергә килгән. Урындағы халыҡ көтөп алған медицина учреждениеһында сменаһына 150 кешене ҡабул итергә мөмкин. Заманса талаптар буйынса төҙөлгән өс ҡатлы яҡты бинала пациенттарҙы ҡабул итеү, сифатлы диагностика алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.

Яңы асылған поликлиника эшмәкәрлеге менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. «Оҙон ғүмерлелек һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән бинала яңы УЗИ, Рентген аппараттары, эндоскоп эшләй. Рентген аппаратына килгәндә ул һанлы форматта диагностика алып барырға мөмкинлек бирә. Яһалма интеллект системаһы менән идара ителгән ҡоролма сирҙе иртә стадияла асыҡларға, теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итә.

Учалыла балалар поликлиникаһын сафҡа индереү өсөн республика һәм федераль бюджет иҫәбенән 654 млн һум аҡса йүнәлтелгән.

Учалыға эш сәфәре барышында республика башлығы Радий Хәбиров үҙәк дауахана ҡарамағында сафҡа индереләсәк хирургия корпусы төҙөлөшө менән танышты. Яңы бинала бер нисә бүлектән торған травпункт һәм диагностика үткәреү өсөн ҡеүәтле корпус ҡаралған.

Учалыла мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәп- интернатында былтыр капиталь ремонт үткәрелгән. «Мәғариф» милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән бинала малай-ҡыҙҙарға ял өсөн заманса майҙансыҡтар ойошторолған. 1997 йылдан эшләгән учреждениела хәрәкәт итеү, аралашыу һәм үҫеш йәһәтенән төрлө ҡатмарлыҡтар кисергән балалар тәрбиәләнә. Бында улар хеҙмәт дәресендә ҡул эштәренә өйрәнә, бассейнда йөҙөп физик сәләмәтлеген нығыта.

Коррекция мәктәп интернатында республика бюджеты иҫәбенә 1-се корпус та тәртипкә килтерелә башлаған. Бында иҙән-түшәмдәрҙе, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, бинаның фасадын, йылытыу системаһын яңыртыу ҡаралған. Төҙөлөш эштәрен августа тамамлау күҙаллана.

Көн тәртибендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы райондары дауаханаларының баш табиптары менән осрашты. Аралашыу барышында медицина өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттең сифатын яҡшыртыу, граждандарҙың ғүмер оҙонлоғон арттырыу маҡсаттары ҡуйылды. Учалыла Урал батыр эпосына бағышланған һәйкәл дә Башҡортостан башлығы иғтибар үҙәгендә булды.

Рәссам Фәнил Мөслимов ижад иткән скульптурала арыҫланға атланған герой һынландырылған. Мөһабәт һәйкәл «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» конкурсында еңеүсе тип табылған һәм проектты тормошҡа ашырыу өсөн 160 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Яңы постамент урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп иткән тарихи майҙансыҡҡа әүерелгән.

Ф. Миһранова

Волна
Акции БСТ