Алексей Касьянов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән Алексей Касьянов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Алексей Анатольевич Касьянов республикала иң һөҙөмтәле идарасыларҙың береһе булараҡ билдәле. Оҙаҡ йылдар прокуратура һәм тикшереү органдарында эшләй, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор була. Алексей Касьянов Юстиция генерал-лейтенанты. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы маҡтаулы исеменә эйә. Хеҙмәте икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», «Халыҡтар дуҫлығы», Салауат Юлаев ордендары һәм Рәсәй именлек советының «Халыҡ-ара именлекте нығытыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы кеүек юғары наградалар менән баһаланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ