Башҡортостанда мутлашыуҙан килгән зыян 1 миллиард һумға кәмегән

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының профилактик эше һөҙөмтәһе. 2024 йыл менән сағыштырғанда, былтыр Башҡортостанда мутлашыу осраҡтарынан зыян күләме яҡынса 1 миллиард һумға кәмегән. Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында закондар көсәйтелде, мутлашыусыларға ярҙам иткән кешеләргә, атап әйткәндә, дропперҙарға енәйәти яуаплылыҡ индерелде. Ышаныс хаҡы тураһында киләһе материалда.

Әйтерһең дә, һин гипноз аҫтына эләгәһең. Шылтыратып та, смс-хәбәрҙәр яҙып та төрлө мутлашыу схемалары аша халыҡты алдарға, күберәк аҡсаһын урларға, кредиттарға батырырға тырышалар. Кешегә психологик баҫым яһап, ҡурҡытып, йәнәһе лә хәүефһеҙ, ә ысынында ҙур юғалтыуҙарға килтергән иҫәпте тултырыу маҡсаты ҡуйылған. Ышаныусан категорияла айырыуса 60 йәштән өлкәнерәк граждандар. Технологиялар үҫешә, хәҙер телефондың икенсе яғынан таныш кеше тауышы менән дә өндәшеүҙәре ихтимал.

Мутлашыу осраҡтары күп төрлө ысулдар менән башҡарыла. Инвестицияларҙа ҡатнашып аҡса эшләү һылтауы иң көнүҙәктәренән һанала, шулай уҡ банк хәүефһеҙлеге хеҙмәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, пенсия фонды, именлек хеҙмәте исеменән граждандарға шылтыратып, уларҙы мутлашыу схемаларына йәлеп итеүселәр бар. Айырыуса «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының код-паролдәре, шәхси мәғлүмәт менән һаҡ булыу талап ителә, интернет киңлектәрендә билдәһеҙ файлдарҙы асып телефонға ҡуйыу ҙа финанс бәләгә килтереүе ихтимал.

Мутлашыусылар сит илдәрҙән дә бәйләнешкә сығыуы ихтимал. Бында уларға аҡса йыйыуҙа дропперҙар ярҙам итә. Үҙ исеменә банк картаһы алып, урланған аҡсаны күсереүҙә ярҙам итеүселәр араһында айырыуса үҫмерҙәр һәм йәштәр күп. Еңел генә аҡса эшләргә теләп, законһыҙ эшмәкәрлектә ҡатнашҡан граждандар енәйәт эше фигуранты булараҡ шулай уҡ яуаплылыҡҡа тарттыла.

Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда мәғлүмәт-коммуникация технологиялары ҡулланып 23 меңдән ашыу енәйәт осрағы теркәлгән. Дөйөм зыян күләме 3 млрд 700 миллион һумға еткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары иҫкәртә! Ни тиклем алдараҡ енәйәт осрағы тураһында хәбәр ителһә, шул тиклем аҡсаны ҡайтырыу ихтималлағы ла юғары.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ