Өфө студенты Рәсәйҙең иң көслө 5 дрон-программистары иҫәбендә

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу аппараттарының иң көслө 5 программисы исемлегендә. Дамир Камалетдинов спорттың технологик төрҙәре буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында көмөш миҙал яуланы. Дрондар ҡораусы, 3Д принтерҙа деталдәр эшләгән һәләтле студент менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

Бындай дрон ярҙамында обьекттарҙы һаҡларға, тирә-яҡты күҙәтергә мөмкин. Дамир Камалетдинов тиҫтәнән ашыу пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйған. Беренсе курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Дамир пилотһыҙ осоу аппараттарының иң яҡшы программистары иҫәбендә федераль кимәлдә танылыу яулаған. Дамир Камалетдиновтың инженеринг менән ҡыҙыҡһыныуы ғаиләнән. Инженер олатаһы ейәнендә бала саҡтан техникаға һөйөү тәрбиәләгән.

4 йылдан ашыу пилотһыҙ осоу аппараттары менән шөғөлләнәм. Ә уға тиклем робот техникаһы түңәрәгендә башта стационар, һуңынан тәгәрмәслеләрен дә йыйҙым. Элегерәк квадрокоптерҙарҙы уйынсыҡ һымаҡ ҡабул итһәләр, хәҙер уларҙың әһәмиәте бермә-бер артты. Улар бизнестың иҡтисади үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай.

Дамир Камалетдинов, Өфө фән һәм технологиялар университетының электротехник инжиниринг институты студенты

Әлеге ваҡытта Дамир Өфө фән һәм технологиялар университетының электротехник инжиниринг институты базаһында DroneTech студенттар конструкторҙар бюроһын етәкләй. Үҙе кеүек осоу аппараттарын өйрәнеүсе фекерҙәштәр командаһы менән бергә эксперименталь проекттар менән шөғөлләнә.

Беҙҙең институттағы бөтә йүнәлештәр һәм һөнәрҙәр пилотһыҙ осоу аппараттарын конструкторлау,программалау һәм проектлау менән бәйле. Беҙ дронтех кафедраһына төрлө йүнәлештә белем алған студенттарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ.

Анастасия Мезенцева, Өфө фән һәм технологиялар университеты электротехник инжиниринг институты директорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары

Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыу үҙәге базаһында пилотһыҙ осоу апараттары операторы һөнәре буйынса уҡытыу алып барыла. Студенттар пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү һәм дрондарҙы хеҙмәтләндереү серҙәрен өйрәнә. Бында хәрби бәрелештәрҙә тәжрибә тулаған офицер Павел Морозов программаһы буйынса яңы һөнәр үҙләштерәләр.

Пилотһыҙ осоу аппараттары буйынса уҡытыу программаһы хәрби хәрәкәттрҙе башҡарыу һәм тактиканы иҫәпкә алып өр-яңынан эшләнде. Һөнәрем буйынса мин А-50 самолеты штурманымын, Уҡыу программаһын осоу аппараттарында идара итеү ысулдарын иҫәпкә алып төҙөнөм.

Павел Морозов, Өфө фән һәм технологиялар университетының радиоэлектрон ҡорамалдар кафедраһы уҡытыусыһы
Башбат

Уҡыу курсы оборона министрлығы менән килешеү нигеҙеңдә башҡарыла. Быйыл университет пилотһыҙ аппараттарҙың яңы төрҙәрен һатып алыуға аҡса бүлгән. Әлегә студенттар ысын техникаға оҡшаш симуляторҙарҙа күнекмәләр яһай.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ