Өмбәттә Ҡәйүм Сырлыбаев иҫтәлегенә йыр конкурсы үтте

«Йырҙарым һеҙгә ҡала». Ейәнсура районы Өмбәт ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә һәүәҫкәр йырсы Ҡәйүм Сырлыбаевтың яҡты иҫтәлегенә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте. Республика кимәлендәге йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Сөләймән Абдуллин призына ойошторолған район конкурсында тәүге Гран-при яулаусы Ҡәйүм Сырлыбаев йәшәгән йортта таҡтаташ та асылды. Төбәктә һәләтле йырсыларҙы табыу, билдәле һәм һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолған сара тураһында киләһе яҙмала.

Музыкаль белеме булмаһа ла, тәбиғәттән бирелгән һәләте Ҡәйүм Сырлыбаевтың исемен бөтә республикаға таныта. Тамашасы уның «Урал», «Илсе Ғайса», «Эскадрон» һәм башҡа халыҡ йырҙарын башҡарыуын һәр ваҡыт көтөп ала һәм көслө алҡыштарға күмә.

Бөгөн дә ауылдаштары Ҡәйүм Сырлыбаевты ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала, уның исемен мәңгеләштереүҙе үҙҙәренең бурысы, тип һанай.

Өҫкәлек буйы таланттарға бай төбәк. Арҙаҡлы шәхестәр Мәғфирә Ғәлиева, Рәсүл Ҡарабулатов, ғалим, профессор Булат Ғафаровтың исемдәрен атау үҙә етә. Ҡәйүм Сырлыбаев исемендәге ижади бәйгелә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе булманы. Конкурс талаптары буйынса йырсылар башҡорт халыҡ йыры һәм эстрада әҫәрҙәрен тәҡдим итте.

Конкурсҡа ололар менән бер рәттән мәктәп уҡыусылары ла килгәйне. Ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары йәш таланттарҙы ваҡытында күрергә һәм үҫтерергә кәрәк, тигән фекерҙә.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған йыр байрамы көн дауамына һуҙылды. Зал тултырып килгән халыҡ фойелағы ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр менән танышты, музейҙағы экспонаттар менән ҡыҙыҡһынды.

Өмбәттәр махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүгә лә дәррәү ҡушылған. Мәҙәниәт йортонда әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селштәрҙәре үрә, йылы ойоҡбаштар бәйләй, билбауҙар әҙерләй.

Сәләмәт тормош алып барған урындағы халыҡ өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты ла әүҙем эшләй, үҙәк район дауаханаһынан килгән табиптар төрлө һорау-кәңәштәрен яуапһыҙ ҡалдырмай.

Ауыл халҡы йолалар һәм фольклор менән ҡыҙыҡһына. Киләһе йыл Өмбәттәр туристик маршрут булдырырға ниәтләй, проект буйынса был маршрут ауылдың матур тәбиғәтен, аш-һыуҙарын, тарихи урындарын өйрәнергә һәм туристарҙы йәлеп итергә ярҙам итер тип көтөлә.

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Өмбәттә байтаҡ саралар үтә. Иң мөһиме урындағылар уларҙы берҙәм үткәрә. Шуға ла һәр бер башланғыстары дауамлы булыр.

Фәниә Рафиҡова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ