Башҡортостандың сауҙа селтәрҙәре һәм ваҡлап һатыу магазиндарында ҡағыҙ документ урынына МАХ мессенджерының һанлы ID ҡулланырға мөмкин.
Бәлиғ булмағандарға һатыу тыйылған тауарҙар, мәҫәлән, алкоголь һәм тәмәке продукцияһы һәм энергетик эсемлектәрҙе алғанда телефондағы мобиль ҡушымта уңайлы. Бының өсөн МАХ ҡушымтаһын асыу һәм QR-кодты күрһәтеү ҙә етә. Уның ярҙамында ташламалы тауарҙар һатып алыу йәки күп балалы ғаилә статусын раҫлау ҙа мөмкин.



