Баш ҡалала Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы рәсми асылды

Өфөлә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылдарын рәсми асыу тантанаһы үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайында «Беҙ-бер ғаилә» исеме аҫтында ойошторолған сара фойенан уҡ башланды. Унда тиҫтәләп милли-мәҙәни ихаталар күргәҙмәһе менән бергә, «Ватанды һаҡлаусы атаһы» фотопроекты эшләне. Байрам Халыҡтар дуҫлығы йортона ҡараған ижади коллективтар сығышы менән үрелеп барҙы.

Артабан рәсми сара Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә дауам итте. «Берҙәм тарих» исеме аҫтында театрлаштырылған эпизодта илдең шанлы үткәне, бөгөнгөһө бәйән ителде. Яҡты киләсәгәне өмөт һәм ныҡлы ышаныс уятты. Сара бигерәк тә ижади ғаиләләрҙең мәңгелек ҡиммәттәргә арналған сығышы һәр кемдең күңелен күтәрҙе. Бар композициялар ҙа Ватанға, әсә теленә һөйөү менән һуғарылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ