Баймаҡта «Зарница» республика хәрби-спорт уйынының район этабы үтте

Ҡаланың 1-се мәктәбендә 3-сө мәктәп, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты, Өмөтбай, Билал һәм 1- се Этҡол ауылдары командалары көс һынашты. Теманы Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙма дауам итә.

Зона этаптарында еңеүсе 5 команда өсөн хәрби-спорт уйынының район этабы. Уҡыусылар сафта йөрөү әҙерлегенән алып, автоматты һүтеп-йыйыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, эстафета кеүек этаптарҙа үҙҙәрен һынаны. Йәш үҫмерҙәрҙән уйын яҡшы физик әҙерлек, зирәклек, етеҙлек, тәртип талап итте.

Ярыш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы һөҙөмтәне 3-сө ҡала мәктәбе командаһы күрһәтте. «Зарница» хәрби-спорт уйыныны-йәштәрҙе рухи һәм физик яҡтан сыныҡтырыу, патриотик рухта тәрбиәләү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, хәрби хеҙмәткә әҙерләү өсөн яҡшы мөмкинлек.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ