Был туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, төбәк хөкүмәте ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы менән берлектә террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте, үткәреү режимын һәм һаҡты көсәйтеү буйынса саралар комплексын әҙерләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдарының, янғын һүндереү-ҡотҡарыу техникаһының һәм ашығыс ярҙам машиналарының автотранспорт биләмәһенә ирекле йөрөүен тәьмин итеү мөһим.
Саралар комплексы шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл, террор ғәмәле йәки шикле әйберҙәр табылған осраҡта эш итеү буйынса инструктаждар үткәреүҙе, сигнализация, хәбәр итеү саралары һәм элемтә торошон тикшереүҙе үҙ эсенә ала. Бынан тыш, Хөкүмәт беренсе һәм икенсе хәүеф категорияһына ҡараған белем биреү ойошмалары өсөн өҫтәмә һаҡлауҙы финанслау, шулай уҡ белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың деструктив тәртибен иҫкәртеү өсөн яуаплы етәксе урынбаҫарҙарын аныҡлау һәм уларға өҫтәмә дәртләндереү түләүҙәре билдәләү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы белем биреү ойошмаларында психологик хеҙмәттәрҙең эшен көсәйтеү буйынса саралар күрергә һәм уҡыусыларҙың деструктив тәртибен иҫкәртеү өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙы ойошторорға тейеш. Район һәм ҡала хакимиәттәренә, шулай уҡ республика вуздары етәкселегенә уҡыу йорттарының террорға ҡаршы яҡланыуын һәм хәүефһеҙлеген көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәңәш ителә. Указ талаптары үтәлешен, шул иҫәптән күсмә тикшереүҙәр ваҡытында Башҡортостан башлығының Контроль идаралығы күҙәтәсәк.



