Модалы заманса этника. Өфөнән «Сәрби» ательеһы халыҡ-ара подуимдарҙы яулай. Күптән түгел, ижади төркөм Мәскәүҙә үткән форумда уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Дизайнерҙар оҙаҡ йылдар замансалаштырылған милли кейемдәр коллекцияһын етештереп кенә ҡалмай, уларҙы документаль әҫәрҙәр, төрлө ижади коллективтарҙың клиптарында мәңгеләштерә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Таң һылыуы» тип исемләнгән коллекция күптән түгел Мәскәү тамашасыһы һөйөүен яуланы. Башҡорт халыҡ традицияларына нигеҙләнгән кейемдәр ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле булыуы менән айырыла. Ижади эштәрҙә шаршау элементтарын да, ептәргә баҫылған милли биҙәүестәрҙе лә күрергә мөмкин.
Ошо рәүешле, ательеның креатив индустрияға үҙ яуабы. Дизайнер, модельерҙар әле лә ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Эш шулай уҡ күңел ҡушҡан әйберҙән тыш, кәңәшләшеп башҡарыуға ҡайтып ҡала.
Дизайнерҙың Рәсәй подиумын яулаясаҡ коллекциялары быйылға ла планлаштырылған. Улар әлегә сер. Әммә, эш шулай уҡ документаль әҫәрҙәргә, йә билдәле ижади коллективтарҙың клибында файҙаланырлыҡ итеп тормошҡа ашырыласаҡ. Әйткәндәй, ателье костюмдарын «Әй Йола» төркөмө яҙмаларында ла күрергә мөмкин.
Азат Ғәлиуллин



