Салауатта туй күлдәктәренән маскировка селтәрҙәре үрәләр

Иҫке туй күлдәктәренән маскировка селтәрҙәре. Салауат ҡалаһының көмөш ирекмәндәре кәләштәрҙең туй кейемен һаҡланыу сараһына әйләндерә. Билдәле булыуынса, яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлаусы материалдар билдәле бер миҙгелгә үрелә. Йәйгеһен йәшел, көҙ һары һәм көрән, ә ҡыш айҙарында аҡ төҫтәр талап ителә. Туй күлдәгенән маскировка селтәрҙәрен үреү башланғысын гүзәл заттарҙың береһе күтәрә. Бының өсөн ул үҙенең күптәнге туй күлдәген килтерә. Тәүҙә ирекмәндәр был тәҡдимде өнәп етмәй. Шулай ҙа былтыр Салауат театрында сәхнәләштерелгән «Фәрештәр беҙҙең эргәлә» спектаклен иҫкә төшөргәндән һуң риза була. Гөлнара Янышеваның пьесаһында яугирҙың ҡатыны һөйгәнен яҡлау өсөн үҙенең туй күлдәген ҡорбан итә. Ирекмәндәр әйтеүенсә, һәр ептә бәхет, өмөт һәм вәғәҙә өлөшсәһе бар. Шуға ла был таҫмалар яугирҙарыбыҙҙы дошман утынан һаҡлауҙа үҙ өлөшөн индерәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ