Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Яңы код: күп милләтле Рәсәй пьесалары» ижади лабораторияһы эшләй. Театрҙа ситтән саҡырылған ете режиссер төрлө милләт халыҡтарының әҫәрҙәрен сәхнәләштерә.
Классик әҫәрҙәргә яңы ҡараш. Йәш режиссер Илдар Ғәниев актерҙарға ролгә тиҙ инеп китеү ысулын өйрәтә. Быға психологик алым ярҙамында ирешелә. Тиҙлек- заман талабы.
Театрҙа ошондай ете лаборатория эшләй. Конкурс аша һайлап алынған ете режиссер актерҙарға үҙ эшенә икенсе юҫыҡтан ҡарарға өйрәтә һәм үҙе лә ҙур сәхнәлә спектакль ҡуйырға өйрәнә.
Ҙур сәхнәлә иһә премьераға әҙерлек бара. Театрҙың төп көстәре татар яҙыусыһы Аяз Ғиләжевтың «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә» әҫәре өҫтөндә эшләй.
Премьераны режиссер Илдар Вәлиев сәхнәләштерә, музыкаль яҡтан композитор Юлай Үҙәнбаев биҙәй.
Премьера быйыл яҙ тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителә. Ә ижади лаборатория конкурсында еңеп сыҡҡан режиссер ҡуйған спектакль иһә киләсәктә театр репертуранына индереләсәк.
Рәмилә Исмәғилева




