Өфөнөң 166-сы балалар баҡсаһында финанс белем буйынса дәрестәр үтә

Унда 6-7 йәштәге балалар ҡатнаша. Белгестәр әйтеүенсә, был йәштә тормоштоң финанс аспекттарына бәйле ҡыҙыҡһыныу уяна. Шуға күрә балалар баҡсаһынан уҡ ошондай дәрестәр ойоштороу мөһим. Был йәһәттән, Өфөнөң 166-сы башҡорт балалар баҡсаһында 2023 йылдан алып инновацион майҙансыҡ эшләй.

Финанс грамоталылыҡҡа арналған дәрестәр уйын форматында үтә. Бындай ысул «аҡса», «һатып алыу һәм һатыу», «хеҙмәт күрһәтеү» төшөнсәләрен еңел итеп аңлатырға ярҙам итә. Шулай уҡ балалар бюджет төҙөү, сығымдарҙы планлаштырыу кеүек ҡатмарлы һорауҙарға ла яуап эҙләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ