Башҡортостанда зубрҙар үрсетеү проекты грант отто

Зубрҙар үрсетеү буйынса Башҡортостан проекты президент тәбиғәт фондының 10 миллион 200 мең һумлыҡ грантын алды. Был аҡсаға республиканың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы Белоруссиянан тағы ла 9 өлкән хайуан килтерергә ниәтләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, был экологик проект 2023 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә зубрҙар һаны 25 башҡа етә, шул иҫәптән 8 быҙау беҙҙең республикала тыуған. 2030 йылға хайуандарҙың һанын 50-гә еткереү ҡарала. Был проект ярҙамында республика Рәсәй президенты ҡуйған биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса мөһим дәүләт бурысын үтәй. Башҡортостан-илдең тәбиғи мөхиттә зубрҙар йәшәгән берҙән-бер төбәге. Уларҙы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләмәһендә осратырға мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ