Шишмәлә сәсеүгә техника әҙерлеге ҡыҙыу бара

Шишмә районындағы машина-трактор ремонтлау оҫтаханаһының береһендә сәсеү кампанияһына ҡыҙыу әҙерлек бара. Етәкселәр, белгестәр һәм механизаторҙар ремонтҡа айырым яуаплылыҡ менән ҡарай. Улар өсөн техниканың сифаты беренсе урында.Әммә әлегә ҡайһы бер баҫыу эштәре лә тамамланмаған. Шәкәр заводтарында сөгөлдөр оҙатыу дауам итә.Ҡышҡы осорҙа техниканы ышаныслы һаҡлау һәм төп көстәрҙе уны ремонтлауға йүнәлтеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Шишмә районында һуңғы бер-нисә йылда татлы тамырҙан мул уңыш алынған.Шуға ла техника паркы айырым режимда эшләй. Әлеге ваҡытта ҡеүәле техника: ҡар таҙатыу, тейәгестәр, ауыр тоннажлы машиналар Раевка һәм Шишмә шәкәр заводттарына шәкәр сөнөлдөрө ташыу менән мәшғүл.

Шишмә аграрийҙары:«Арбаңды-ҡыш, санаңды-йәй хәстәрлә» тигән хәҡиҡәткә тоғролоҡ һаҡлай.. Ҡышҡы осорҙа тракторҙар, комбайндар, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһын түбән температуранан, яуым-төшөмдән һаҡлау төп бурыс.Техниканы дөрөҫ һаҡлағанда коррозияға, туҙыуға һәм ватылыуға юл ҡуйылмай. Ике тиҫтә йылдан ашыу баҫыуҙарҙы иңләгән сит ил техникаһына оҫталар яңы һулыш биреү менән мәшғүл.

Ремонт сығымдарын кәметеүгә һәм сәсеү кампанимяһында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға ла нигеҙ бөгөндән һалына. Алтын ҡуллы оҫталар булғанда тракторҙар, машиналар һәм сәсеү ҡорамалдары 1 апрелгә, үҙйөрөшлө ҡырҡыу машиналары 20 майға, комбайндар 1 июлгә әҙер буласаҡ.

Европа һәм америка баҙарҙары санкцион ябылғандан һуң да аграрийҙар төшөнкөлөккө бирелмәй.Ҡытай баҙарын яулай, аналог деталдар ҡайтарта. Оҫталар ҡайһы берҙәрен үҙҙәре эшләй йәки Рәсәй етештереүселәренә мөржәғәт итә. Хатта ремонтҡа яраҡһыҙ тип һаналған агрегаттарҙы ла ремонтлайҙар, шул иҫәптән Ҡытайҙыҡын да.Техника миҙгелдә 3,5 мең мотосәғәт эшләй. Предприятиела билдәләүҙәренсә, капиталь ремонттан һуң был һан 12 меңгә етергә мөмкин. Йәғни аҡыллы итеп ҡулланғанда был комбайндар һәм тракторҙар 3-4 миҙгел дауаымнда етди модернизацияһыҙ эшләй ала.

Был тракторҙың двигателендә 650 ат көсө,ул 700 ат көсө булған двигателгә алмаштырыла. Оҫтаханала быгың өсөн 4-5 көн кәрәк булһа, ялан шарттарында 4-5 сәғәт ваҡыт сарыф ителәсәк, ти белгестәр.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ