Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе йыйыны дауам итә

Унда илдең 90-ға яҡын төбәгенән ассоциация етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнаша. Бөгөн ветерандар Ил Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы эксперттары менән фекер алыша. Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының башҡа төбәктәр менән уртаҡ проекттар ҡарала.

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе йыйыны дауам итә

Башҡортостанда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Яугирҙар өсөн үҙәктәр асыла. Улар  йыл аҙағына тиклем бөтә район һәм ҡалаларҙа барлыҡҡа килә. Фронттан ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе реабилитациялау, эшкә урынлаштырыу, социаль  тормошҡа һәм адаптив спортҡа йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Фото №1 - Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе йыйыны дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ