13 февралдә Бөтә донъя радио көнө билдәләнә

Бөгөн, 13 февралдә-Бөтә донъя радио көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО башланғысы менән 2011 йылда иғлан ителеп, һуңынан Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан ҡабул ителгән. Һанлы технологиялар, интернет үҫешкән осорҙа ла радио иң популяр киң мәғлүмәт сараһы, ҙур тәьҫир көсөнә эйә коммуникация сығанағы булып ҡала. ФМ-йышлыҡтарында лайыҡлы урын алған республика радиоканалдары тураһында киләһе яҙмала.

«Спутник ФМ»дың ижади командаһы иртәнге сәғәттәрҙән алып дәртле йырҙар ҡуйып, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, уйындар һәм конкурстар ойоштороп, яңы ғына йоҡоһонан уянған тыңлаусыларына яҡшы кәйеф бүләк итә. «Яңылыҡтар» сығарылыштары, тарих ҡулсаһы, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад өлкәләренә ҡағылған етди радио тапшырыуҙар-көн һайын халыҡты борсоған көнүҙәк темалар ҙа һайлап алынып эфирға әҙерләнә.

«Юлдаш» радиоһының да сирек быуатлыҡ тарихы бар. Ҡыҫҡа тапшырыуҙар һәм рубрикалар, тура эфирҙар-ФМ йышлыҡтарындағы канал тиҙ арала үҙ тыңлаусыларын таба. Бөгөн ике миллионлыҡ аудиторияһы булған милли радио үҫеш юлын дауам итә. Техник үҙгәрештәр менән бер рәттән эшмәкәрлеккә заманса алымдар ҙа индерелә.

Радиоканалды Башҡортостан район-ҡалаларында ғына түгел, Татарстанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында ла тыңлайҙар. «Юлдаш» тулҡыны сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн дә ҡәҙерле, ижади коллектив социаль селтәрҙәрҙе уңышлы алып барыу оҫталығы менән дә тыңлаусыларҙың һөйөү яулаған.

Тәүлек әйләнәһенә тик башҡорт телендә генә һөйләгән моңло радио-«Ашҡаҙар» 16 йыллыҡ элек ойошторолған, тәүге эфир 2010 йылдың 7 февралендә эфирға сыҡҡан. Канал үҙенең төп йүнәлеше-әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, тарих һәм рухиәт темаларына тоғро ҡала, алтын фондтағы тапшырыуҙар шәлкеме лә-эфир үҙәгендә.

Республиканың төп радиоканалдарының дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткереүгә, күп милләтле мәҙәниәтте үҫтереүгә, илһөйәрлекте нығытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөтә донъя радио көнөн дә ижади коллектив эштә, тура эфирҙа, тыңлаусылары менән бергә ҡаршылай.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ