Өфөлә «Морпех» кадеттарға батырлыҡ дәресе үткәрҙе

Буласаҡ морпехтарға өлкән ағайҙарынан нәсихәт. Мобилизацияланған полктың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы командиры баш ҡаланың 161-се лицейында «Батырлыҡ дәресе» уҙғарҙы. Патриотизм тураһында һөйләшеү өсөн тап ошо мәктәптең һайланыуы ла осраҡлы түгел. Бында диңгеҙ пехотаһы кластары эшләп килә. Кадеттар менән осрашыусы хәрбиҙәр ҙә тап ошо ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт юлы үткән. Дәресте Айнур Кәбиров та күҙәтте.

Аҡһаҡлап, әммә ышаныслы аҙымдар менән. Тимер аяҡтарҙа ла ныҡлы баҫып тороу диңгеҙ пехотаһында алған сынығыу һөҙөмтәһе. «Морпех» ҡушаматлы яугир тотош республикала киң танылыу алған яҡташыбыҙ. Уҡыусылар ҙа уның менән осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Күптәнге таныштар, ләкин күҙгә күҙ ҡарашып аралашҡандары юҡ.

Аяҡтар һынһа ла рух һынмаған. «Морпех» яуҙа аяҡһыҙ ҡалып ярты йыл госпиталдә ятҡандан һуң да хәрби хеҙмәтен дауам иткән. Юҡҡа ғына диңгеҙ пехотаһының девизы «Ҡайҙа беҙ-шунда еңеү» тип яңғырамай. Ҡаһарманлыҡтары өсөн «Морпех» «Батырлыҡ ордены» менән наградаланған, Радий Хәбиров Шайморатов ордены менән бүләкләне.

Тап ошондай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тормошо буласаҡ ил һаҡсылары тәрбиәләү өсөн үрнәк, ти республиканың диңгеҙ пехотаһы ветерандары ойошмаһы рәйесе Азат Мәмлиев

Уларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында хәҙер дәреслектәр ҙә яҙырға мөмкин. Батыр ағайҙары менән осрашып аралашыу кадеттар күңелендә ғүмерлеккә эҙ ҡалдырасаҡ, ти өлкәндәр ҙә.

Махсус хәрби операция яугиры ике аҙналыҡ ялды мөмкин тиклем һөҙөмтәле уҙғарырға тырыша. Яҡындары, дуҫтары менән осрашыуҙан тыш мәктәп уҡыусыларына илһөйәрлек дәрестәре уҙғарыуҙы ла улар изге бурыс тип һанай. Аяҡтарҙа протез булһа ла тотош бер дәрес буйы балалар алдында баҫып һөйләүе киләсәк быуынға ихтирамлы, кеселекле һәм уның өсөн осрашыуҙың ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләй.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ