1 марттан самолетта пассажирҙар йөрөтөүҙә үҙгәрештәр индерелә

Рейс ярты сәғәткә тотҡарланһа, билет хаҡын тулыһынса кире ҡайтартырға мөмкин буласаҡ. Ата-әсәләргә баланың икенсе рәткә эләгеүе тураһында борсолорға кәрәкмәйәсәк. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, авиакомпаниялар 12 йәшкә тиклемге балаларға һәм өлкәндәргә билеттарҙы күрше урындарҙан бирергә бурыслы.

Ә бала бергә самолетта осмаһа ла, балалар коляскаһын үҙең менән ҡул йөге итеп алырға йәки багажға бушлай тапшырырға мөмкин.

1 марттан авиакомпаниялар был үҙгәрештәргә ҡағылышлы ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәргә тейеш. Мәҫәлән, рейс ике сәғәттән ашыу ваҡытҡа тотҡарланһа, пассажирҙар өсөн йәшәү урыны, туҡланыу мәсьәләһе кеүек һорауҙар аныҡ ҡаралған булырға тейеш.

Флүр Нурлығаянов, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфрастуктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ