Республикабыҙ мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы, «Байыҡ» телевизион бәйгеһе үҫешенә тос өлөш индереүсе Гөлназ Аҡназарова оҙайлы ауырыуҙан һуң 64-се йәшендә вафат булды.
Гөлназ Вәкил ҡыҙы Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Ул Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһында белем ала, Башҡорт дәүләт һәм Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеттарын тамамлай. Биш йыл дауамында университетта этика һәм эстетика кафедраһында уҡытыусы булып эшләй, параллель рәүештә «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе була.
1993 йылдан уның профессиональ эшмәкәрлеге Сибай халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бәйле, унда ул художество етәксеһе һәм бейеүсе сифатында сығыш яһай, уға нигеҙ һалыусы булып тора. Башҡорт фольклорын тәрән белеүсе балетмейстер 50-нән ашыу хороеграфик постановкалар ҡуя, милли колорит менән һағарылған сағыу бейеүҙәр һала. Мәрхүмә менән бәхилләшеү бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы. Гөлназ Аҡназарова тыуған яғы Баймаҡ районында ерләнә.



