Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында «Айыҡ ауыл» сиктәрендә ҙур байрам уҙҙы

Ауылы берҙең-ҡәүеме бер. Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында ошондай девиз аҫтында тарихи-мәҙәни саралар, спорт ярыштары, милли уйындар ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ул «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә уҙғарылды.

Ғәҙелгәрәй ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсының район этабы еңеүсеһе, быйыл бөрйәндәрҙең данын Башҡортостан кимәлендә яҡлай. Хужалар әйтеүенсә, уларҙың республика кимәлендә күрһәтерлек уңыш-ҡаҙаныштары бихисап. Ғәҙелгәрәй ауылында данлыҡлы солоҡсолар, ҡул эштәре оҫталары йәшәй. «Айыҡ ауыл» конкурсына ла улар әүҙем ҡушылған. Йомғаҡлау сараһына хужалар бай йөкмәткеле программа әҙерләгән, «Урал батыр эҙҙәре буйлап» һәм умартасылыҡ темаһына түңәрәк өҫтәлдәр, «Билал» мәсетенә һәм мәктәп музейына экскурсиялар ойошторолдо. Ҡунаҡтар Ғәҙелгәрәй оҫталарының ҡул эштәре менән танышты, урындағы сәхнә оҫталарының концерт программаһын ҡараны. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыу айыҡ тормошто пропагандалауҙан тыш, яңы проекттарға нигеҙ һалған, берләштергән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ