Ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Александр Тихонов шулай тип белдерҙе. Ул Өфөлә “Ватанды Һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалында булды. Республикала тормошҡа ашырылған ярҙам саралары менән танышты.
Башҡортостандағы ”Ватанды Һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы 2023 йылдың 1 июнендә асылды. 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, уларҙың күбеһе хәл ителгән.




