Башҡортостан ҡалаларында «Һөт кухняһы»ның тағы ике бүлеү пункты эшләй башланы. Благовещенда ул сауҙа үҙәгендә, ә Учалыла айырым, махсус йыһазландырылған бинала асылған. Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙған.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бөтәһе 134 бүлеү пункты иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта яңыларын асыу дауам итә. Федераль селтәрҙәрҙең күбеһендә беҙҙең тәбиғи сеймалдан яһалған һөт бар. Бер нисә йыл элек башланған проекттарҙың үҫешкәнен күҙәтеү бик күңелле. Совет осоронда популяр булған «Һөт кухняһы» Башҡортостанда 2019 йылда тергеҙелде. Ошо ваҡыт эсендә ул балалы ғаиләләргә ярҙам итеү ысулына әйләнде-былтыр ғына республикала 20 мең 800 кеше бушлай продукция алған. Уларҙың 1 мең ярымдан ашыуы яугирҙарыбыҙҙың туғандары. 7 йыл эсендә 120 мең кеше «Һөт кухняһы»ның продукцияһын алған. Шулай уҡ «Һөт кухняһы» халыҡтың ышанысын яулаған ҡеүәтле бренд булып тора. Был предприятиеға үҫешергә мөмкинлек бирә. Балаларға ғына түгел, башҡа ҡуланыусылар өсөн дә яңы аҙыҡ-түлек-татлы йогурттар, май, кефир барлыҡҡа килә. Маффин, күмәс, печенье кеүек кондитер изделиелары, хатта квас сығарыла башлай. Белорет заводында хәҙер сыр яһайҙар. Ә Үрге Ҡыйғыла йәйгә классик һәм баллы ҡымыҙ продукты етештерелә башлай. Тағы ла бер мөһим пилот проекты-тән ауырлығы етешмәгән балаларҙы бушлай файҙалы продукция менән тәьмин итеү. Был башланғыстың нескәлектәрен өйрәнәбеҙ, тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.



