Шишмә районында балалар диетик туҡланыу заводы төҙөлөшө 90 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Яҡын арала асыласаҡ предприятие дүрт йүнәлештә эш итер тип көтөлә. Алдараҡ асылған кондитер цехы мәҫәлән, бөгөн сменаһына ғына 1800 килограммға яҡын печенье етештерә. Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып туҡланыу сикләүҙәре, шул иҫәптән шәкәр диабеты булған уҡыусыларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, диетик меню индерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Заводта етештерелгән печеньеларҙы хеҙмәткәрҙәр бала саҡ тәме тип йөрөтә. Тәмлекәс тик тәбиғи ингредиенттарҙан ғына тора. Мәктәп ашханаларына оҙатылған продукция ла дәүләт стандартына яуап бирергә тейеш. Әйткәндәй, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусыларының төшкө ашы өсөн бөгөн республиканың 16 операторы яуаплы. Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһына берләшкән ойошмалар ярты миллиондан ашыу баланы туҡландыра.
Сменаһына ғына 1800 килограмға яҡын печенье етештерелә. Әлегә ул ике төрҙә. Йыл аҙағына тиклем биш төрлөгә еткереү маҡсаты ҡуйыла.
Предприятие сеймалға ҡытлыҡ кисермәй. Сөнки, барыһы ла үҙебеҙҙә үҫтерелгән баҫыуҙарҙан алына. Ҡул көсөнә ихтыяжды завод етәкселеге урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән булдырылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә кәметә.
Заводта йәмғеһе дүрт цех ҡаралған. Һәр ҡайһыһының үҙ тәғәйенләнеше, үҙ бурысы. Ассортимент та төрлө булмаҡсы.
Әлеге ваҡытта Шишмә районы продукцияһы республиканың 14 төбәгенә оҙатыла, шулай уҡ маркетплейҡа ла сыҡҡан. Киләсәктә предприятие илдең эре сауҙа селтәрҙәренә сығыу маҡсатын ҡуя.
Азат Ғәлиуллин



