Эшмәкәрлегенең байтаҡ өлөшө «Йәшерен» грифы аҫтында үткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында күренекле инженер, БАССР-ҙың атҡаҙананған рационализаторы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, химия фәндәре кандидаты Валентин Павлычев тураһында яҙҙы. Ил сәнәғәте өсөн күп төрлө продукция, шул иҫәптән «Буран» йыһан карабы өсөн синтин тип аталған яғыулыҡ етештереү технологияһын уйлап сығарыу һәм производствоһын ойоштороуҙа ҡатнаша. 24 йәшендә Ярославлдән Салауат ҡалаһына күсенеп, республиканың нефть һәм химия сәнәғәте үҫешенә тос өлөш индергән замандашыбыҙ тураһында киләһе материал.
Йыһандың күренмәҫ геройҙары... Уҙған быуаттың 70-cе йылдарында Салауат нефть һәм химия комбинатына ракета өсөн яңы төр яғыулыҡ етештереү бурысы йөкмәтелә. Предприятиеның ул ваҡыттағы план отчеттарында был продукция тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ, сөнки оҙаҡ йылдар тәжрибә ҡулайламаларында алып барылған синтин етештереү технологияһы йәшерен грифы аҫтында була. Дәүләт заданиеһы уңышлы үтәлә. Әммә сәнәғәт производствоһы оҙаҡҡа бармай, шулай ҙа1988 йылдың 15 ноябрендә тап ошо яғыулыҡ ярҙамында «Буран» йыһан карабы автоматик режимда тәүге һәм берҙән-бер тапҡыр йыһанға күтәрелә.
Валентин Павлычев Ярославль технология университетын тамамлау менән Салауаттағы предприятиеға эшкә урынлашҡан. Тәүҙә оператор булып эшләһә, һуңынан юғары белемле белгес цехҡа етәкселек итә, төрлө йылдарҙа баш инженер, баш технолог, баш инженер вазифаларын биләй. Предприятиела Валентин Николаевич ҡатнашлығында химия сәнәғәтендә ихтыяж менән файҙаланылған продукция, шул иҫәптән бензол, этилен һәм пропилен производствоһы сафҡа индерелгән.
Предприятие коллективы бөгөн дә Валентин Павлычев менән эшләгән осорҙо йылылыҡ менән иҫкә ала.
Валентин Николаевич 1994-1996 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» предприятиеһының генераль директоры була. Һуңынан республиканың төрлө нефть компанияларында эшләй. 90 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ул әле лә илми учреждениеларҙың береһендә консультант булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.
Гөлназ Хәйбуллина



