Әбйәлил районы Мәхмүт ауылында клубты төҙөкләндереү өсөн халыҡ бер тауыштан сыҡты

Халыҡтың берҙәм булыуы шарт. Әбйәлил районы Мәхмүт ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына әүҙем ҡушылды. Һуңғы йыйылышта улар бер һүҙҙән клубты төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе.

Ауылдың гүзәл заттары емерелеп барған мәҙәниәт усағына арнап таҡмаҡ әйтә. Ысынлап та 40 йыл элек төҙөлгән ағас клуб бөгөн заман талаптарына яуап бирмәй. Сөнки ҡыйыҡтан һыу аға, ишек-тәҙрәләрҙән ел өрә. Бөгөн Мәхмүттә 500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Клуб авария хәлендә булыу сәбәпле һуңғы йыйылыш мәсеттә үткән. Урындағы халыҡ республика проектында ҡатнашып клубтың стенаһын төҙөкләндереү, ҡыйығын яңыртыу, заманса тәҙрәләр ҡуйыу мәсьәләһен күтәргән. Мәхмүттәрҙең «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыу тәжрибәһе ҙур. 2022 йылда улар киҫкен мәсьәләләрҙең береһе-урамдарҙы яҡтыртыу өсөн аҡса йыйған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ