Өфө фән һәм технологиялар университетының «Йәшлек» ансамбле Волга буйында икенсе урын яуланы

Йәшлек дәрте-бейеүҙәрҙә. Өфө фән һәм технологиялар университетының «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ил сәхнәләрен яулай. Күптән түгел генә студенттар Волга буйы федераль округының «Милли ҡаҙаныш» халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашып икенсе урынды алды. Оло еңеүҙәр алда әле, ти бейеүселәр. Уҡыу йорто ансамбль өсөн махсус күнекмәләр залы ойошторған. Сираттағы репетицияны БЮТ хәбәселәре лә күҙәтте.

Шәмбе иртәһендә күптәр йоҡонан да уянмаған, ә улар инде ситектәрҙә. Күптәнге таныш хәрәкәттәрҙе тағы ла шымартыу өҫтөндә. Тап ошондай ныҡышмалы күнекмәләр аша ғына төрлө хәрәкәттәр дөйөм бер бейеүгә, ансаблгә берләшә.

Буласаҡ уҡытыусылар, шәрҡиәтселәр, журналистар һәм башҡа һөнәр эйәләре. «Йәшлек» ансамбленә йөрөүсе студенттарҙың факультеттары төрлө, әммә уларҙы бейеү

Бейеүсе булмаҫтар, әммә тормошта хореографияһыҙ йәшәү мөмкин түгел, ти студенттар. Вилдан Шәмсетдинов та был уҡыу йортон тап бейеү ансамбле булған өсөн генә һайлаған.

Профессиональ бейеүселәр түгел, ләкин ҡайһы берҙәренең сәхнә стажы профессионалдарҙыҡынан да күберәк. Бейеүселәр ғаиләһендә тәрбиәләнгән Айҙар Исхоҡов та үҙен иҫләгәндән алып сәхнәлә. Хәҙер ул ата-әсәһенән күскәнде тиҫтерҙәренә өйрәтә.

«Йәшлек» халыҡ бейеүәре ансамбле ойошторолауға биш йыл ғына, Шуға ҡарамаҫтан студенттар ҙур сәхнәләрҙе лә яулап өлгөргән. «Байыҡ» телевизион конкурсында еңеү, төрлө төбәктәрҙә ойошторолған фестивалдәрҙә ҡатнашыу ҙа йәшлек һөҙөмтәләре. Әйткәндәй, уҡыу йортонда өс халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Ижади коллективтар күплеге студенттарҙы сәмләндерә генә, ти уҡытыусылар.

Оло еңеүҙәр алда әле, ти бейеүселәр. Уҡыу йорто ансамбль өсөн махсус күнекмәләр залы ойошторған. Хореографияла бик кәрәкле көҙгөләр урынлаштырылған, тиҙҙән классика менән шөғөлләнеү өсөн яндауҙар ҙа барлыҡҡа киләсәк. Тимәк репертуар ҙа артасаҡ ҡына.

А.Кәбиров

Волна
Акции БСТ