Бөгөн Өфөләге Кузнецов Затоны биҫтәһендә 2 мең 200 урынға иҫәпләнгән белем усағы файҙаланыуға тапшырылды. Тантанала Радий Хәбиров ҡатнашты. Бөгөндән бында башланғыс һәм урта класс уҡыусылары өсөн дәрестәр башланды. Республика Башлығы балаларға һәм педагогтарға уңыштар теләне.
Яңы мәктәптә 100-ҙән ашыу уҡытыусы, психолог, социаль хеҙмәткәр эшләй. Бында 4 спорт һәм бер тамаша залы бар. Робототехника, ағас, тимер, туҡыма эшкәртеү, аш-һыу әҙерләү кабинеттары, дизайн, фото- һәм кино төшөрөү студиялары булдырылған.




